Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һорайҙар: « Бәхетлеһеңме?» Бәхетем үҙем менән.

Бөгөн һеҙ бәхетлеме? 

Һорайҙар: « Бәхетлеһеңме?»
Бәхетем үҙем менән.
Серһеҙ түгел, сере лә бар, —
Уныһын үҙем беләм.

Үтә ғүмер. Әллә ниндәй
Үрҙәргә өлгәшмәнем.
Һоҡландым кеше эшенә,
Кешенән көнләшмәнем.

Һандуғас һайрар баҡсала
Тын торҙом, өндәшмәнем.
Һоҡландым мин ғашиҡтарға,
һоҡландым, көнләшмәнем.

Нәфсе һонмай, сабыр көттөм
Яҙмыштың өләшкәнен,
һоҡландым мин даһиҙарға,
Даһиҙан көнләшмәнем.

Көндө күреп ҡыуаныуҙан
Эркелде күҙ йәштәрем.
Һоҡландым мин был донъяға,
Донъянан көнләшмәнем.

Булған бәхет үҙем менән,
Ризаларға — әшнәмен.
Һоҡландым бәхетлеләргә,
һоҡландым, көнләшмәнем.

#МостайКәрим

Һорайҙар: « Бәхетлеһеңме?» Бәхетем үҙем менән.
Һорайҙар: « Бәхетлеһеңме?» Бәхетем үҙем менән.
Автор:
Читайте нас: