Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ғашиҡ булдым...

Һеҙҙең дә шулай булғаны бармы?

Ғашиҡ булдым...
Ғашиҡ булдым...

Мин донъяла бер нәмәнән ҡурҡам -

Мөхәббәтһеҙ тигән исемдән.

Рауил Бикбаев.

Мөхәбәт яҙыҡ түгел. Мөхәббәтһеҙ уйнаш яҙыҡ...

Мостай Кәрим.

Мөхәббәттән дә көслө, үсле, көнсөл нимә бармы икән?

Дилә Булгакова.

Мөхәббәтһеҙ кешенең көнө ҡыштыр.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев.

Мөхәббәт – ул кипкән, янған ергә

Яуып киткән ямғыр шикелле.

Назар Нәжми.

Мөхәббәттең тамуғы ла ожмах.

Әнғәм Атнабаев.

Мөхәббәтте юғалтырға мөмкин,

Ләкин мөмкин түгел төңөлөү.

Әнисә Таһирова.

Алла итеп һинең исемеңде

Табынырға мең-мең мәртәбә

Мин барырмын,

Мөхәммәтем күреп,

Мөхәббәтем, һинең Мәккәгә.

Риф Мифтахов.

Мөхәббәт...Һин сир кеүек икәнһең – саҡырғанда килмәйһең, ҡыуғанда – китмәйһең.

Ибраһим Абдуллин.


"Һаҡмар" гәзите сайтынан алынды.

Ғашиҡ булдым...
Ғашиҡ булдым...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: