Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ӘЛДӘ ӘЛЕ ҺИНЕ ОСРАТҠАНМЫН

Әлдә әле һине осратҡанмын

ӘЛДӘ ӘЛЕ ҺИНЕ ОСРАТҠАНМЫН
ӘЛДӘ ӘЛЕ ҺИНЕ ОСРАТҠАНМЫН


Йәшлегемдең аяҙ көнөндә.
Осрашыуҙар, ҡауышыуҙар менән
Йәшәү матур донъя йөҙөндә.

Әлдә әле һине һайлағанмын
Күптәр араһынан иш итеп,
Фәрештәләр беҙҙе осраштырған
Минең һағышымды ишетеп.

Әлдә әле һине яратҡанмын,
Әлдә түгел һинән башҡаны,
Һинең менән бәхет ҡар яуғаны,
Таң атҡаны, ҡояш батҡаны.

Әлдә әле һин янымда һәр саҡ,
Мөлдөрәмә тулы бәхетем,
Әлдә генә әле, әлдә генә
Мәңгелеккә һине йәр иттем.

ФИРҮЗӘ АБДУЛЛИНА ШИҒЫРЫ.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: