Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һай! Был донъя!

Нимәлер хәтерҙә һымаҡ,Әллә төштә күрҙемме.Ниҙер һүрҙем? Әллә инде,Киреһенсә, үрҙемме?

Һай! Был донъя!
Һай! Был донъя!

Нимәлер хәтерҙә һымаҡ,
Әллә төштә күрҙемме.
Ниҙер һүрҙем? Әллә инде,
Киреһенсә, үрҙемме?

Ашыҡ- бошоҡ, йүгермәләп,
Көн- төндәр алышынды.
Тай менеп юлға сыҡҡайным,
Һөйрәйем алашамды.

Кемгәлер сәскә өҙгәйнем,
Өлгөрмәнем бирергә.
Ҡат- ҡат йылдар юлдарымда–
Ҡайтып булмай кирегә...

Нимәлер хәтерҙә һымаҡ,
Әллә күрҙемме төштә.
Тыуҙым да, уҡырға барҙым:
Кисә–бер, бөгөн– өстә.

Йоҡонан торһам– һалдатмын,
Кис ятһам, янда– бисә.
Таңға, улым өйләнәм, ти,
Мин бит өйләндем кисә...

Ҡапҡа шаҡылдата кемдер,
Әллә почтальон? Нишә?
Олатай, ти, пенсияңды
Индералманым кисә...

Нисек кисә? Кисә бит мин,
Тәүге эшкә төшкәйнем...
Һай! Был донъя! Тиҙлегең шәп,
Өндә күргән төштәйһең.

Фәнис Сирбаев.

Л.Хәйруллина фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: