Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ТАҠЫЛДАП ТОРҒАН ТАҠМАҠТАР

Аҡса биреп яллап булмайАуылда көтөүсеһен,Әллә аҡса яратмайҙар,Әллә һыйырҙың еҫен?

ТАҠЫЛДАП ТОРҒАН ТАҠМАҠТАР
ТАҠЫЛДАП ТОРҒАН ТАҠМАҠТАР

Аҡса биреп яллап булмай
Ауылда көтөүсеһен,
Әллә аҡса яратмайҙар,
Әллә һыйырҙың еҫен?

Аръяҡта ла аҡ ҡайын,
Биръяҡта ла аҡ ҡайын.
Һине һағынып илайым
Һуған тураған һайын.

Беҙҙең урам аҡ балсыҡ,
Бата күрмә, атлап сыҡ.
Һин дә минән артыҡ түгел,
Бер аҙ ғына маҡтансыҡ.

Ағиҙелдәр шәп аға,
Тулҡыны ярға ҡаға.
Маһайыуың күберәк икән,
Ысдавать ит сельпоға.

Һандуғас һайраған була,
Урын һайлаған була.
Ат туғарып егә белмәй,
Ҡыҙҙар һайлаған була!

Тау башына тары сәстем,
Сысҡан ашап бөтөргән.
Беҙгә тигән егеттәрҙе
Тәкә һөҙөп үлтергән.

Анау килгән машинаға
Тейәгәндәр ҡыярҙар,
Бик күтәрмә танауыңды,
Сөйгә элеп ҡуярҙар.

Һинең йәрең армияла,
Танкынан атам, тигән.
Алыусы булһа — бара тор,
Өйләнеп ҡайтам, тигән.

Беҙҙең ауыл егеттәре
Аҡлы күлмәк кеймәйҙәр.
Кино билетынан ҡурҡып
Ҡыҙҙар менән йөрөмәйҙәр.

Хәҙер егеттәр ҡыҙыға
Байға ла, матурға ла.
Һуңғы сиктә риза була
Балалы ҡатынға ла.

Ана килә автомобиль,
Һин генә ултыр инде.
Һөйгән йәрең ҡырыҡ туғыҙ,
Иллегә тултыр инде.

Егеттәрҙең ҡайберҙәре
Сәстәрен тарай майлап.
Сәсе ағара, егет үҙе
Ҡартая, ҡыҙҙар һайлап.

Ҡайһы бер егеттәребеҙ
Бишәр тапҡыр өйләнә.
Теше ҡойолоп бөтһә лә,
Мин - егет, тип һөйләнә.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Л.Хәйруллина фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: