Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Декабря 2017, 11:28

Көс, ҡыйыулыҡ һәм сәләмәтлек байрамы

Ҡала мәҙәниәт һарайында Чемпиондар балы үттеБеҙҙең район һәр ваҡыт үҙенең спортсылары менән дан тота.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Чемпиондар балы үтте
Беҙҙең район һәр ваҡыт үҙенең спортсылары менән дан тота. Ғөмүмән, төбәк спорт үҫешкән район исемен яулау өсөн ынтыла. Йыл һайын биләмәлә төрлө кимәлдәге ярыштар, чемпионаттар үткәрелә. Күп спортсыларыбыҙ республика, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаша һәм юғары күрһәткескә өлгәшә.
Байрам спортсылар, тренерҙар, физик культура уҡытыусылары һәм спорт ветерандарын ғына түгел, ә сәләмәт тормош алып барғандарҙы һәм уны пропагандалағандарҙы берләштерә. Был хаҡта район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотлау сығышында билдәләп үтте.
Быйыл мәләүездәр гер спорты, армспорт, көрәш, еңел атлетика, футбол, пауэрлифтинг, ҡаяға үрмәләү, шашка, бильярд, йөҙөү һәм спорт йүнәлеше буйынса Башҡортостан чемпионатында еңеүсе булды һәм маҡтаулы урындар алды. Спорттың милли һәм халыҡ төрҙәре буйынса республика фестивалендә еңде. Бөгөн 24 спортсы - Башҡортостандың, 5-әү - Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында.
- Беҙ Артем Алексеев, Илдар Ҡотлоғужин, Алексей Голиков, Луиза Литвинова, Вилдан Ғәҙелшин, Фәрит Мөрсәлов, Регина Басирова, Яна Шорохова һәм Анжелика Семавина кеүек чемпиондарыбыҙ менән ғорурланабыҙ! - тине Рөстәм Наил улы. - Һеҙ - балалар һәм үҫмерҙәр өсөн өлгө, улар һеҙгә ҡарап секцияларға яҙыла, спорт уңыштарына ынтыла.
Физик культураны үҫтереүҙә, һис шикһеҙ, спорт ҡоролмаларының техник йыһазланыуы әһәмиәтле роль уйнай. Район Хакимиәте мәләүездәрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ҙур эш алып бара. Спорт залдарын, объекттарҙы, балалар ихаталарын үҙгәртеп төҙөүгә, төҙөкләндереүгә етди иғтибар бүленә. Был хаҡта район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, район Советы рәйесе Александр Суботин, спорт секторы мөдире Ринат Басиров, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов һәм “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы башҡарма комитеты рәйесе Сергей Макаров әйтеп үтте.
Был көндә йылдағыса юғары күрһәткескә өлгәшкән спортсыларға, тренерҙарға, педагогтарға Башҡортостандың Спорт, Мәғариф министрлыҡтары Маҡтау грамоталары, махсус билдәләре тапшырылды. Шулай уҡ хеҙмәт коллективтары, студенттар, ауыл биләмәләре, мәктәп уҡыусылары спартакиадалары еңеүселәре, призерҙары, юбиляр ветерандар бүләкләнде.
Һүрәттә: Тармаҡ наградаларына лайыҡ булыусылар араһында Регина Басирова, Светлана Ларионова һәм Эльвира Батова бар.
Автор фотоһы.
Читайте нас