Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Января 2018, 07:45

Ер шары ҡурсаулыҡтай яҡланырға тейеш

Беренсе тапҡыр был дата Кеше аяғы баҫмаған тәбиғәтте һаҡлау үҙәге һәм Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләнә башлай.

Беренсе тапҡыр был дата Кеше аяғы баҫмаған тәбиғәтте һаҡлау үҙәге һәм Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләнә башлай.
Башҡортостан биләмәһендә “Башҡортостан”, “Шүлгәнташ”, “Көньяҡ Урал” ҡурсаулыҡтары һәм “Башҡортостан” милли паркы урынлашҡан.
1929 йылда ойошторолған Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы федераль статусҡа эйә. Ул республиканың Бөрйән, Әбйәлил һәм Белорет райондарына ҡараған ерҙәрҙе биләй. Дөйөм майҙаны - 49609 гектар. Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы тәбиғәт процестарының һәм күренештәренең тәбиғи әйләнешен, үҫемлек һәм хайуандар донъяһының генетик фондын, айырым төрҙәрен, типик һәм уникаль экология системаларын өйрәнеү һәм һаҡлауға ҙур өлөш индерә.
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә япраҡлы-ылыҫлы ҡатнаш урман үҫә. Биләмә йәнлектәр донъяһына ла бай. Ағас ҡыуышында йәшәгән яры ҡанатлылар ғаиләһенә ҡараған ҡырағай башҡорт бал ҡорттары айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм ҙур ҡиммәткә эйә. Йыртҡыстарҙан бүре, һоро айыу, һеләүһен, төлкө осрай. Һуңғы ун йылда һеләүһен менән болан һирәгәйгән.
“Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы 1959 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалы булараҡ ойошторола, ә 1986 йылдан алып ул үҙ аллы дәүләт ҡурсаулығына әйләнгән. Уның дөйөм майҙаны - 22531 гектар. Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың бейек булмаған тауҙар өлөшөндә республиканың Бөрйән районына ҡараған ерҙә, Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһында урынлашҡан.
Башҡортостан территорияһында тағы бер милли парк - “Башҡортостан” бар. Ул Көньяҡ Уралдың көнбайыш һыртында Нөгөш һәм Ағиҙел араһында, шулай уҡ уға сиктәш Йылайыр яҫы таулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан.
Читайте нас