Дәүләт Думаһы фракциялары лидерҙары менән осрашыу барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙәге хәлдәрҙән дә мөһимерәк әйбер булмауын билдәләне.
“Дөнья хәлдәре, әлбиттә, беҙҙең өсөн бик мөһим. Тик уларҙың илебеҙҙә барған хәлдәрҙән дә мөһимерәк булыуы мөмкин түгел”, - тине Путин.
Президент был һүҙҙәрҙе “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы башлығы Сергей Неверовтың Путинға парламентарийҙар менән осрашып Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса фекер алышыу мөмкинлеген биргән өсөн рәхмәт белдереүенә яуап итеп әйтте.
“Эшегеҙҙең шундай ҙа яуаплы һәм тығыҙ мәлендә беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн Һеҙгә рәхмәтлебеҙ”, - тине Неверов.
Путин илдең төп законынан үҙгәрештәр индереү темаһы – етди булыуын һәм күпме кәрәк, шул тиклем эшләргә әҙер булыуын билдәләне.
Яңылыҡ сығанағы: https://ria.ru/
Фото сығанағы: РИА Новости / Илья Питалев