«10-15 йыл элек Башҡорт Үргененең районда эскелек тамыр йәйгән тигән даны бар ине. Бер йылда байтаҡ эш башҡарылды: иҫерткес эсемлектәр һатыу нөктәләре бөтөрөлдө, уңышһыҙ ғаиләләр шефлыҡҡа алынды. Эш балалар баҡсаһынан башлана, сабыйҙар – өлкән быуын хәстәрлегендә. Балан байрамы, йәрминкәләр, башҡа сағыу саралар халыҡҡа ҡул ҡаушырып ултырырға форсат бирмәй. Бөгөн бында башҡа ауылдарҙан да күсәләр», — тине конкурсы ойоштороусылар.