ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 14:33

Рәсәй Италияға ярҙам итергә әҙер

Рәсәй Президенты Владимир Путин Италияға коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итергә вәғәҙә итте. Был турала ул Италияның премьер-министры Джузеппе Конте менән телефон һөйләшеүе барышында белдерҙе, ти ТАСС агентлығы Кремлдең мәғлүмәт хеҙмәтенә һылтанма менән.

“Италия яғының мөрәжәғәтенә яуап итеп Рәсәй Президенты кәрәкле ярҙамды тиҙ арала күрһәтергә әҙерлекте раҫланы һәм уның аныҡ параметрҙарын һөйләне”, - тип белдерәләр мәғлүмәт хеҙмәтендә.
Италияға медиктар бригадаларын ебәрергә планлаштыралар. Улар коронавирустан айырыуса зыян күргән райондарҙа коллегаларына ярҙам итәсәк. Шулай уҡ Рәсәй һаҡланыу саралары, медицина йыһаздары, транспортты һәм территорияны аэрозоль дезинфекциялау өсөн КамАЗ нигеҙендә мобиль комплекстар ебәрәсәк.
#ВладимирПутин
#ИталияғаЯрҙам
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости
Читайте нас: