Рәсәй Президенты Владимир Путин “күңел күтәреүсе” газды (азот закисе) пропагандалаған һәм законһыз рекламалаған өсөн административ яуаплылыҡ тураһындагы законға ҡул ҡуйҙы.
Был матдәне пропагандалаған йәиһә законһыз рекламалаған өсөн граждандарга берҙән ике мең һумға ҡәҙәр штраф ҡаралған. Вазифа биләүсе кешеләрҙән 10-20 мең һум штраф түләттереләсәк. Шундай уҡ күләмдәге штрафтар шәхси эшҡыуарҙар өсөн дә билдәләнгән. Юридик берәмлектәр 150 мең һум аҡсаларын юғалтырға мөмкин.
Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн шәхси эшкыуарҙарҙың һәм юридик берәмлектәрнең эше 30 тәүлеккә тиклем туҡтатылырға мөмкин.
Законға ярашлы, штрафтар “күңел күтәреүсе” газны пропагандалаған, шул иҫәптән интернетта, тәгәйенләнеше буйынса ҡулланмаған өсөн ҡаралған.
Декабрь аҙағында Владимир Путин ғәҙәттә күңел асыу маҡсаттарында ҡулланылған азот закисен реклаламалаҙыы, етештереүҙе, һатыуҙы тыйҙы. Шулай уҡ, 1 ғинуарҙан медицина, сәнәғәт, техник ҡулланыу өсөн булмағанда, уны етештереү һәм таратыу сикләнә.