Үҙ ғүмерендә уларҙың ярҙамына мохтаж булмаған кеше бармы икән? Юҡтыр. 28 апрель “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Байрамдарын да эштә уҙғара улар. Көн, төн, тип тормай, буранда ла, ҡойоп яуған ямғырға ла ҡарамай аҡ халатлылар кеше ғүмере хәүеф алдында торғанда, яуға ташланғандай, ярҙамға ашыға.
Бөгөн һөнәри байрамығыҙ менән һеҙгә ҡотлап, сәләмәтлек, ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйбеҙ!