Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2021, 17:48

Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә педагогия хеҙмәте ветераны, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы Малабаева үҙенең юбилейын билдәләй. Хеҙмәттәшебеҙҙең иҫтәлекле көнө айҡанлы күңел түрендәге иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Уға иң беренсе ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Артабанғы тормошо ла сағыу буяуҙарҙан ғына торһон, изге теләктәре бойомға ашһын! Янында бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтар һәм изге күңелле кешеләр генә булһын!

Юбилейығыҙ ҡотло булһын,
Һөйөнөс-ҡыуаныс килтерһен.
Һеҙгә насип булған бәхет, шатлыҡ,
Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.
Алтмыш бишегеҙ ҡотло булһын,
Хоҙай һеҙгә һаулыҡ бирһен.
Барыр юлығыҙ ырыҫлы булһын,
Етмештә лә, һикһәндә лә
Дуҫ-ишегеҙ эргәлә булһын,
Рухи донъяғыҙ көслө булһын!
Иң изге теләктәр менән Вилиә ФӘХРЕТДИНОВА һәм район-ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары.
“Көнгәк” гәзитенең тоғро дуҫы, район-ҡаланың маҡтаулы гражданы Тәнзилә Һибәтулла ҡыҙы Малабаеваны юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ ҡыуаныс-һөйөнөстәр, башлаған эштәрендә уңыш, именлек, һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, киң күңелле булып ҡалыуын теләйбеҙ!
Тормыш юлығыҙ һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелегеҙ.
Оҙон ғүмер, бәхет-ҡыуаныс менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерегеҙ.
Ҡотлау менән “Көнгәк” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: