Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2021, 11:52

“Тәгәрмәсле” дауахана уңайлы

“Сәләмәтлек автопоезы” район халҡын хеҙмәтләндереүен дауам итә. Уның маҡсаты - ауылда йәшәгәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү һәм күберәк халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү, етди ауырыуҙарҙы үҙ ваҡытында асыҡлау.

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы уңышлы эшләй. “Сәләмәтлек автопоезы” район халҡын хеҙмәтләндереүен дауам итә. Уның маҡсаты - ауылда йәшәгәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү һәм күберәк халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү, етди ауырыуҙарҙы үҙ ваҡытында асыҡлау.
Был аҙнала күсмә ФАП Әбет ауылы биләмәһендә йәшәгән пациенттарҙы ҡабул итте. Әбеттән алыҫ ауылдарҙан халыҡты автобус йөрөттө. Табиптарға ҡабул итеү өсөн башланғыс мәктәптә уңайлы шарттар булдырылған ине. Урындағы халыҡ бер көндә үк бушлай ҡан тапшырҙы, кәүҙә ауырлығын тикшереп, флюорграфия үтте, терапевт, эндокринолог, кардиолог, онколог, уролог, окулист табиптарына күренде. Маммография үтеү Восточный ауылында урынлаштырылғайны. Аҙнаның кесе йома көнө педиатр, балалар врачтары кескәйҙәрҙе тикшерҙе. Әйткәндәй, үҙҙәренең һаулығы ҡаҡшауын асыҡлаусылар ҙа табылды. Һәр бер пациент тикшереү үткәндән һуң һөҙөмтәләрен белде, сир асыҡланған осраҡта табиптар дауаханаға юллама бирҙе. Алдан яҙылмай, ҡайҙалыр юл тотмай, сиратта тормай ғәна вакцина ҡаҙатырға ла автопоезд хеҙмәте уңай булды.
Белгестәргә йылы һәм тәмле итеп төшкө аш башланғыс мәктәп ашханаһында әҙерләнде. Быны крәҫтиән фермер хужалығы етәксеһе Ғүмәр Иҫәнов ойошторҙо. Биләмә халҡы уға сикһеҙ рәхмәтен белдерә. Шулай уҡ пациенттар аҡ халатлыларҙың тиҙ һәм әүҙем эшләүен билдәләне. Алдағы аҙна “Сәләмәтлек автопоезы” Смаҡ ауылы биләмәһендә.
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: