Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2021, 14:04

Уҡыусыларҙы финанс грамотаһына өйрәтәсәктәр

Рәсәй Банкы ҡатнашлығында эшләнгән башланғыс һәм дөйөм белем биреү яңы дәүләт стандарттарында финанс грамоталылыҡҡа мотлаҡ уҡытыу индерелгән. Башланғыс кластар уны - математика, тирә-яҡ донъя, ә 5-9-сы кластар йәмғиәт фәне, математика, география дәрестәрендә уҡыясаҡ.

Уҡыусыларға интернетта, шул иҫәптән финанс операциялар башҡарғанда хәүефһеҙлек күнекмәләрен, шулай уҡ ғаиләнең килемен, сығымын анализларға, шәхси финанс план төҙөргә, легаль финанс ойошмаларын мутлашыусыларҙан айырырға өйрәтәсәктәр.
Яңы стандарт буйынса уҡытыу 2022 йылдың 1 сентябренән башлана. Ата-әсәләр килешеүе буйынса уны 2021 йылда уҡ индерергә мөмкин.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: