Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2021, 16:07

Ғиззәтуллиндар ғаиләһендә оло ваҡиға - алтынсы балаларын ҡулға алдылар

Яңауыл ауылында йәшәгән Алина һәм Алик Ғиззәтуллиндарҙың өйөнөң йәме тағы ла артты - уларҙың ғаиләһендә алтынсы бала булып ҡыҙҙары Йәсминә тыуҙы.

Яңауыл ауылында йәшәгән Алина һәм Алик Ғиззәтуллиндарҙың өйөнөң йәме тағы ла артты - уларҙың ғаиләһендә алтынсы бала булып ҡыҙҙары Йәсминә тыуҙы.
Район хакимиәтенең ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова күп балалы әсәгә бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы. Сабый шәфҡәтле, тәүфиҡлы, бәхетле бала булып үҫеүен, ғаиләгә именлек, сәләмәтлек, мөхәббәт һәм сабырлыҡ теләне.
Беҙ ҙә Ғиззәтуллиндарға үҙ балаларының әсәй-атай булған, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡулға алған көндәрен күреп, һөйөнөп йәшәүен теләйбеҙ.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: