Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь , 15:24

Республикалағы һалҡынса һауа торошо сентябрь аҙағына хас – Башгидромет

Республикалағы һалҡынса һауа торошо сентябрҙең һуңғы ун көнлөгө өсөн хас, тип хәбәр итте Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.

Республикалағы һалҡынса һауа торошо сентябрь аҙағына хас – Башгидромет

 

Синоптиктар фаразлауынса, алдағы ял көндәрендә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Уртаса тәүлек температураһы норманан 2-3 градусҡа түбән була. Төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһының +1,+6°, урыны менән 0,-5° булыуы, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе көтөлә. 11 сентябрҙә көндөҙ +9,+14°, 12 сентябрҙә +11,+16 градусҡаса һалҡынайта. Урыны менән ямғыр яуыуы мөмкин.

10 сентябрҙә республикала көслө ямғыр көтөлә.

Киләһе аҙнаның башында һауа температураһы күтәрелә башлай, уртаса тәүлек температураһы үҙенең ғәҙәти күрһәткестәренә яҡынлаша.

Республикалағы һалҡынса һауа торошо сентябрь аҙағына хас – Башгидромет
Автор:Лена Абдрахманова