Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь , 09:51

Күмәк эш берләштерә

Бөгөн район-ҡалала "Йәшел Рәсәй" экология субботнигы уҙғарылды #Мәләүезрайоны#ЙәшелРәсәй

Күмәк эш берләштерә

Бөгөн "Йәшел Рәсәй" Бөтә Рәсәй экология субботнигы уҙғарылды.

Акция сиктәрендә район-ҡаланың предприятие, ойошма, учреждениелар хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт территорияларын йыйыштырырға сыҡты. Үҙәк майҙан, Мәләүез йылғаһы яры, юл буйҙары сүп-сарҙан тиҙ арала таҙартылды. Күмәк эш тау күсерә, тиҙәр. Бергәләп башҡарған хеҙмәттең һөҙөмтәһе лә күренә.  

Артабан 25 сентябрҙән "Йәшел Башҡортостан" экология акцияһы сиктәрендә субботниктар ойоштороласаҡ.

 

#Мәләүезрайоның#ЙәшелРәсәй

Күмәк эш берләштерә
Автор:Лилия Арсланова