Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь , 09:39

Башҡортостанда бер тәүлектә яҡынса 14-15 кеше коронавирустан вафат була

Башҡортостанда тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһынан йәнә 15 үлем осрағы теркәлгән. Мәрхүмдәрҙең дөйөм һаны 1 264-кә еткән, тип хәбәр иттеләр COVID-19 менән көрәш буйынса оператив штабтан.

Башҡортостанда бер тәүлектә яҡынса 14-15 кеше коронавирустан вафат була

10 сентябргә мәғлүмәттәр буйынса, республикала 60 071 коронавирус осрағы раҫланған. Тәүлек эсендә 304 кешелә инфекция асыҡланған. 53 344 кеше һауыҡҡан, 211-е – һуңғы тәүлектә.

Башҡортостанда 1 207 882 кеше вакцинаның беренсе компонентын алған. Тәүлек эсендә 5 701 кеше прививка яһатҡан. 1 079 586 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, бер тәүлектә 8 975-е икенсе компонентын алған. 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Башҡортостанда бер тәүлектә яҡынса 14-15 кеше коронавирустан вафат була
Автор:Лена Абдрахманова