Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2021, 09:35

Ил именлегенең терәге

Һәр ир-егет үҙ ваҡыты еткәс Ватанын һаҡларға бурыслы...

Ил именлегенең терәге
Ил именлегенең терәге

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, танк ғәскәрҙәренең дошманды тар-мар итеүгә индергән өлөшө өсөн иҫкә алыу хөрмәтенә танкистар байрамы булдырыла. Ә инде 2006 йылдан Президент указы менән сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе Танкистар көнө рәсми билдәләнә башлай. Рәсәйҙең танк ғәскәрҙәре бөгөн дә төп һөжүм итеү һәм көслө һаҡланыу сараһы булып тора. Быйыл был байрамға 75 йыл.

Һәр ир-егет үҙ ваҡыты еткәс Ватанын һаҡларға бурыслы. Йәш кенә егеттәр ҡыйыу ир-аттарға әйләнеп ҡайта торған сынығыу урынылыр ул - армия.

Арыҫлан ауылы егете Динис Иҫәкәев техника менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынып үҫә. Мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ тракторҙа, колхозда урып-йыйыу мәлендә штурвал артында йөрөй. Урта белем алғас, Өфө дәүләт аграр университетын тамамлап, инженер-механик һөнәренә эйә була. “Ергән МТС”-ы йәмғиәте оҫтаханаһында мөдир булып хеҙмәтен башлай. Унда биш ай эшләгәс, Ҡазан танк училищеһына армияға ебәрелә. Өс ай йәш яугирҙәр курсын үткән егет Т-72 ротаһына күсерелә.

- Беренсе тапҡыр ер һелкетеп йөрөгән танкты күрәгәс иҫ китте. Шуға ла экскурсия мәлендә “Танк нимәнән эшләнгән?” тигән һорау бирҙем. Минең ҡыҙыҡһыныуҙы күреп өлкән сержант итеп тәғәйенләнеләр. Боҙоҡ, яраҡлыҡтан сыҡҡан танкты йүнәтеп күрһәткәс, механик-водитель танытмаһы тапшырҙылар. Шунан миңә лә йөрөтөргә рөхсәт бирелде. Танкылар шул тиклем ҙур булып күренһә лә, эсенә ингәс, артыҡ хәрәкәтләнергә урын юҡ. Командир, механик, наводчиктың - һәр береһенең үҙ урыны. Улар махсус элемтә аша аралаша. Шуға ла бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш. Унда йөрөү, һүтеп-йыйыу, техниканы яратҡанға күрә, миңә бик оҡшай торғайны. Беҙҙең бурыс уҡыған һалдаттарҙы, офицерҙарҙы танкта йөрөргә өйрәтеү, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү ине. Ер өҫтөнән йөрөй торғанынан тыш, һыуҙа йөҙә һәм һыу аҫтынан йөрөй торған танктар ҙа бар ине. Бында хеҙмәт итеп тә танкка бер ҙә ултырып, атып ҡарамағандар ҙа булды. Улар үҙҙәрен ысын танкист тип әйтә лә алмай инде. Бер йыл хеҙмәт йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Шуға армияла хеҙмәт итеү егеттәргә мотлаҡ кәрәк тип уйлайым, сөнки унда илһөйәрлек, Ватан менән ғорурланыу, Тыуған илгә мөхәббәт, намыҫ, берҙәмлек сифаттары тәрбиәләнә.

Байтаҡ ваҡыт үтһә лә, Динис Сәлих улы хеҙмәт иткән мәлен йылылыҡ менән иҫкә ала, фотоларын һаҡлай. Бөгөн ул райондың ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры. Яратып башҡарған эшендә һаман да техника менән эш итергә тура килә, ә был өлкәлә тормош тәжрибәһе лә байтаҡ уның. Тормош иптәше Альбина менән ике игеҙәк ҡыҙ Әминә һәм Йәсминәне тәрбиәләйҙәр. Ата-әсәһенең ғорурлығы, ғаиләһендә ныҡлы терәк-таяныс Динис Иҫәкәев.

Районыбыҙҙа, арабыҙҙа ошондай ер-егеттәр булғанда йәш быуын ысын Ватан һаҡсылары булып, тыуған еренең илһөйәр улдары булырына ышаныс бар.

Ил именлегенең терәге
Ил именлегенең терәге
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: