Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2021, 12:37

Рәсәй президенты Радий Хәбировты Александр Невский ордены менән бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты Александр Невский ордены менән бүләкләне. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республика етәксеһе «Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн» бүләкләнгән, тиелә документта.  

Белешмә. Александр Невский ордены менән Ватан алдында дәүләт төҙөлөшө эшендәге шәхси ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ тырыш намыҫлы хеҙмәте һәм хеҙмәт вазифаларында эшләгән осорҙа Рәсәйҙең халыҡ-ара абруйын, илдең оборонаға һәләтлеген нығытыу һәм иҡтисадты, фәнде, мәғарифты, мәҙәниәтте, сәнғәтте, һаулыҡ һаҡлау эшендә ирешкән һәм башҡа ҡаҙаныштары өсөн, шулай уҡ иҡтисад, ғилми-тикшеренеү, социаль-мәҙәни, мәғариф һәм башҡа йәмғиәткә файҙалы эшмәкәрлектә өлгәшкән шәхси ҡаҙаныштары өсөн дәүләт хеҙмәте вазифаһын башҡарған Рәсәй Федерацияһы граждандары бүләкләнә.

https://www.bashinform.ru/news/1643225-prezident-rossii-nagradil-radiya-khabirova-ordenom-aleksandra-nevskogo/

Фото: Олег Яровиков

Рәсәй президенты Радий Хәбировты Александр Невский ордены менән бүләкләне
Рәсәй президенты Радий Хәбировты Александр Невский ордены менән бүләкләне
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: