Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2021, 19:34

Рафаэль НАСИРОВ: “Күрҙем дә, ғашиҡ та булдым”

Ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында төрлө саралар даими ойошторола. Бөгөн Рафаэль Насировтың ағасты һырлап эшләгән картиналарынан “Тыуған яҡ киңлектәре” тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды. Унда рәссамдың яҡындары, фекерҙәштәре, дуҫтары һәм индустриаль колледж студенттары ҡатнашты.

Рафаэль НАСИРОВ: “Күрҙем дә, ғашиҡ та булдым”
Рафаэль НАСИРОВ: “Күрҙем дә, ғашиҡ та булдым”

Рафаэль Зиннур улының исеме район-ҡалала ғына түгел, республикала һынлы сәнғәт һәм йыр-моң һөйөүселәр араһында яҡшы таныш. Ул Мәләүездән тыш, Көйөргәҙе районында, Күмертау, Салауат, Өфө ҡалаларында үткән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, Ҡала көндәрен, халыҡ ижады фестивалдәрен, күргәҙмә-йәрминкәләрҙе үҙенсәлекле картиналары менән биҙәй. Быйыл уға Фольклорида ҡунаҡтарын да үҙенең ҡабатланмаҫ сәнғәт өлгөләре менән таныштырырға насип булған.
Рафаэль Насиров сығышы менән Көйөргәҙе районы Абдул ауылынан. Бәләкәйҙән офицер булырға хыялланған егеттең теләге бойомға аша: ул уҡырға ингән Куйбышев индустриаль-педагогия техникумында хәрби кафедра була. Армияға кесе лейтенант званиеһында алына. Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң төрлө вазифалаларҙа эшләй. Хеҙмәт биографияһының егерменән ашыу йылы Силәбе ҡалаһы эске эштәр органдары менән бәйле. 2000-2013 йылдарҙа ҡалабыҙҙың 42-се лицейында (хәҙерге индустриаль колледж) кадет корпусында эшләй. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда.
Үҙенең ижади эшмәкәрлеген Рафаэль Зиннур улы 1978 йылда башлай. Яҙмыш ҡушыуы буйынса уға Вологда өлкәһенең бай мираҫҡа эйә булған иң боронғо ҡалаларының береһе Бөйөк Устюг ҡалаһында эшләргә тура килә.
-Ул үҙенең ғәҙәти булмаған иҫтәлекле урындары менән иҫтә ҡалды. Беренсе тапҡыр таҡта тротуарҙарҙы ла унда күрҙем. Ағас булған ерҙә һәр ваҡыт уны һырлап эшләү, биҙәү кеүек сәнғәт төрө лә, оҫталар ҙа була. Иң беренсе эшләгән картинам тап ошо боронғо ҡалаға арналды һәм уға хәҙер ҡырҡ йылдан ашыу, - тип таныштыра башланы ул күргәҙмәне асыу тантанаһына килеүселәрҙе үҙенең эштәре менән.
“Сюжет өлгөләрен ҡайҙан алаһығыҙ?” тигән һорауға Рафаэль Насиров шулай тип яуап бирҙе:
-Көндәлек тормошомдан табам. Күрәм дә ғашиҡ та булам. Аҙаҡ шул образды һынландырам. Бына, мәҫәлән, “Өс ат” тип аталған картинамда ҡымыҙ шешәһенең этикетында төшөрөлгән йылҡылар урын алған. “Сәй эсеү” тип нарыҡланғанын Көйөргәҙе районынан ебәрҙеләр, ул - берәүҙең мунсаһында эленеп торған һүрәттең күсермәһе. Илле йыл элек гәзит биттәрендә урын алған сюжеттар ҙа бар: “Көҙ юлы”, “Көмөш тояҡ” һәм башҡалар.
Ағасты һырлап биҙәү эшенә Рафаэль Зиннур улы ныҡлап хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотонған. Аҙмы-күпме, 160-тан ашыу картина ижад иткән. Шуның 70-кә яҡынын һатҡан, байтағын бүләк иткән. Авторҙың күңел матурлығы, йөрәк йылыһы, һағыштары-шатлыҡтары сағылған ижад емештәре Мәскәүҙә, Улан-Удэла, Петрозаводскиҙа, Өфөлә, Салауатта, Күмертауҙа, Коми Республикаһында шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Әле ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы күргәҙмәлә илле һүрәте урынлашҡан.
-Ҡара лак менән буяп, аҙаҡ уны һырлап биҙәү юлы менән эшләгән оҫталар юҡ кимәлендә. Шуға күрә минең тәжрибәмде үҙләштерергә теләгән йәштәр булһа, бигерәк шат булыр инем, - тине рәссам сараға килгән индустриаль колледждың кадет корпусында уҡыған уҡыусыларына.

Рафаэль НАСИРОВ: “Күрҙем дә, ғашиҡ та булдым”
Рафаэль НАСИРОВ: “Күрҙем дә, ғашиҡ та булдым”
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: