Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2021, 09:45

Түҙемлек һәм наҙҙың көсө тураһында

Аҡыл эйәһенә йәш ҡатын килгән һәм иренең ҡаты күңелле булыуына зарланған. - Ул минең өсөн бик ҡәҙерле, уны һис тә юғалтырға теләмәйем, әммә иремдең ҡыланышы оҡшамай. Ул һуғышта булды, яуҙан шулай үҙгәреп ҡайтты. Өндәшһәм, миңә иғтибар ҙа итмәй, йә бик тупаҫ һөйләшә. Яратҡан ризығын бешерһәм дә оҡшатмай. Миңә берәй төрлө әмәл өйрәт әле. Иремдең элеккесә наҙлы, яғымлы булыуын теләйем.

Түҙемлек һәм наҙҙың көсө тураһында
Түҙемлек һәм наҙҙың көсө тураһында

Аҡыл эйәһенә йәш ҡатын килгән һәм иренең ҡаты күңелле булыуына зарланған.

- Ул минең өсөн бик ҡәҙерле, уны һис тә юғалтырға теләмәйем, әммә иремдең ҡыланышы оҡшамай. Ул һуғышта булды, яуҙан шулай үҙгәреп ҡайтты. Өндәшһәм, миңә иғтибар ҙа итмәй, йә бик тупаҫ һөйләшә. Яратҡан ризығын бешерһәм дә оҡшатмай. Миңә берәй төрлө әмәл өйрәт әле. Иремдең элеккесә наҙлы, яғымлы булыуын теләйем.

Аҡыл эйәһе ҡатынды иғтибар менән тыңлаған һәм мәмерйәлә йәшәгән юлбарыҫтың мыйығын алып килергә ҡушҡан. Унан тылсымлы эсемлек әҙерләргә вәғәҙә иткән.

Ире йоҡлау менән ҡатын ипләп кенә өйҙән сыҡҡан. Үҙе менән ит һурпаһында бешкән дөгө һалынған көршәк алған. Беренсе көндә йыртҡыс әйләнеп тә ҡарамаған. Ҡатын көн һайын килгән, килгән һайын юлбарыҫҡа бер аҙым яҡыныраҡ барған, иркә тауыш менән өндәшкән. Юлбарыҫ та өйрәнә төшкән. Бер көндө хатта ҡатын килтергән ризыҡты ла ашап ҡуйған. Шулай итеп, ярты йыл тигәндә юлбарыҫ ҡатынға эйәләшкән.

Көндәрҙән бер көндө ҡатын:

- Эй, юлбарыҫ, миңә һинең мыйығың кәрәк ине. Асыуланма инде, - тигән дә, йыртҡыстың мыйығын өҙөп алып, аҡыл эйәһенә килгән.

Ҡарт мыйыҡты яҡшылап ҡараған да утҡа ырғытҡан:

- Эй, ҡыҙым, һинең ирең юлбарыҫтан да уҫалыраҡмы ни? Түҙемлегең һәм наҙың хатта йыртҡыс хайуанда ла ышаныс тойғоһо уятты. Ошо сифаттарың менән иреңдең күңеленә лә юл таба алаһың бит... – тигән.

Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.

Түҙемлек һәм наҙҙың көсө тураһында
Түҙемлек һәм наҙҙың көсө тураһында
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: