Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2021, 14:47

«Урал аръяғы-2021» инвестиция һабантуйы

Сибайҙа «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙҙы. Ул өсөнсө йыл рәттән ойошторола һәм быйыл да ике көн дауам итте.

«Урал аръяғы-2021» инвестиция һабантуйы
«Урал аръяғы-2021» инвестиция һабантуйы

Сибайҙа «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙҙы. Ул өсөнсө йыл рәттән ойошторола һәм быйыл да ике көн дауам итте.

Сибай Урал аръяғының сәнәғәт, мәҙәниәт, медицина һәм мәғариф үҙәге булып иҫәпләнә, иҡтисади үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Унда Рәсәйҙең һәм шулай уҡ сит илдәрҙән бизнес һәм йәмәғәтселек вәкилдәре, эксперттар, инвесторҙар ҡатнашты. "Форумдың төп маҡсаты - Урал аръяғының үҫеш йүнәлештәрен билдәләү. Сибай халҡы өсөн генә түгел, ә уға яҡын райондарҙа көн итеүселәр ҙә был саранан файҙа күрһен өсөн мөмкинлектәр етерлек. Беҙ һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф, спортҡа ҙур иғтибар йүнәлтәбеҙ. Төбәктә яңы эш урындары, мөһим социаль объекттар барлыҡҡа киләсәк", - тине, форумдың әһәмиәтен билдәләп, республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. Инвестһабантуйҙа районыбыҙ делегацияһы ла ҡатнашып милли аш-һыу буйынса беренсе урын алып ҡайтты. Афарин! Ҡотлайбыҙ!

«Урал аръяғы-2021» инвестиция һабантуйы
«Урал аръяғы-2021» инвестиция һабантуйы
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: