Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2021, 09:35

Күп йүнәлешле һөнәри колледжда “5000 оҫта” квалификацияны күтәреү программаһына ярашлы “Умартасылыҡ” буйынса майҙансыҡ эшләй

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри колледжында “Йәш һөнәрмәндәр”(Worldskills Россия) берекмәһенең “5000 оҫта” квалификацияны күтәреү программаһына ярашлы “Умартасылыҡ” компетенцияһы буйынса майҙансыҡ эшләй. Әйтергә кәрәк, был тәжрибә майҙаны республикала беренсе тапҡыр асылды.

Күп йүнәлешле һөнәри колледжда “5000 оҫта” квалификацияны күтәреү программаһына ярашлы “Умартасылыҡ” буйынса майҙансыҡ эшләй
Күп йүнәлешле һөнәри колледжда “5000 оҫта” квалификацияны күтәреү программаһына ярашлы “Умартасылыҡ” буйынса майҙансыҡ эшләй

Унда Дағстан, Татарстан, Удмурт Республикалары һәм Башҡортостандың Мишкә районынан, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һөнәри белем биреү учреждениеларынан производствоға уҡытыу мастерҙары, уҡытыусылар белемен камиллаштыра. Уларҙы Worldskills программаһы буйынса компетенцияның баш эксперты, колледж директоры Рита Сәмиғуллина һәм эксперт Татьяна  Фадеева уҡыта. Программа 17 сентяргә тиклем ҡаралған.

Күп йүнәлешле һөнәри колледжда “5000 оҫта” квалификацияны күтәреү программаһына ярашлы “Умартасылыҡ” буйынса майҙансыҡ эшләй
Күп йүнәлешле һөнәри колледжда “5000 оҫта” квалификацияны күтәреү программаһына ярашлы “Умартасылыҡ” буйынса майҙансыҡ эшләй
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: