Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2021, 13:08

Башҡортостанда башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә арналған мәҙәни үҙәк эшләй башланы

6 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылында башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә бағышланған мәҙәни үҙәк асылды. Ҡаһым түрәнең героик фигураһы башҡорт ғәскәрҙәренең 1812 йылдың Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы менән бәйле. Ҡаһым түрә хаҡында биографик мәғлүмәттәрҙең төп сығанағы — халыҡ йырҙары.

Башҡортостанда башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә арналған мәҙәни үҙәк эшләй башланы
Башҡортостанда башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә арналған мәҙәни үҙәк эшләй башланы

Үҙәкте асыуҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, Милли музей директоры Альбина Ярмуллина, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар советы рәйесе урынбаҫары Вельмир Аҙнаев, яҙыусы Ғәлим Хисамов, рәссам Файзрахман Исмәғилев һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, концерт программаһы, музей буйлап экскурсия, ағас ултыртыу ойошторолдо. Түңәрәк өҫтәлдә музейҙың артабанғы үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышынды.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
 
Башҡортостанда башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә арналған мәҙәни үҙәк эшләй башланы
Башҡортостанда башҡорт полкы командиры Ҡаһым түрәгә арналған мәҙәни үҙәк эшләй башланы
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: