Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь , 09:37

“Айыҡ ауыл-2021” конкурсында Мәләүездән 16 ауыл ҡатнаша

Район Советы секретары Лилиә Зиннур ҡыҙы Һөйәрғолова билдәләүенсә, был сарала райондың 16 ауыл биләмәһенән берәр тораҡ пункт ҡатнашырға теләк белдерҙе.

“Айыҡ ауыл-2021” конкурсында Мәләүездән 16 ауыл ҡатнаша

 

Мәләүез ауыл биләмәһенән Ташлыкүл ауылы, Аптраҡтан – Апас, Иштуғандан - Иштуған, Нөгөштән - Һәргәй, Арыҫландан Бәләкәй Шәрип һәм башҡа ауылдар конкурстың район этабына заявка биргән. Уның сиктәрендә тораҡ пункттарҙа халыҡты сәләмәт тормошҡа саҡырған, айыҡ тормошто пропагандалаған саралар үтә башланы. Эскелекте кәметеүгә, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса түңәрәктәр ойоштороуға, спорт һәм физик культураға ылыҡтырыуға йүнәлтелгән тематик саралар 2022 йылдың майына тиклем дауам итәсәк. Конкурс эштәрен баһалағанда комиссия тораҡ пункттың криминаль статистикаһын, алкоголле эсемлек менән мауығыусыларҙың динамикаһын, имен булмаған ғаиләләрҙең, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙең һанын иҫәпкә аласаҡ. Конкурсҡа йомғаҡ 2022 йылдың июнендә яһала.

Конкурстың приз фонды 40 миллион һум тәшкил итә. Күпме халыҡ йәшәүенә ҡарап билдәләнгән дүрт номинацияла призлы урын алған 12 ауылға гранттар тапшырыласаҡ.

#Трезвоесело2021 #Aйыҡауыл2021 #ҠОРОЛТАЙ #Мәләүезрайоны

“Айыҡ ауыл-2021” конкурсында Мәләүездән 16 ауыл ҡатнаша
Автор:Лена Абдрахманова