Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь , 09:04

Алтын башлы ҡатын-ҡыҙҙан баҡыр башлы ир артыҡ, тиһәләр ҙә...

Халҡымда”Алтын башлы бисәнән баҡыр башлы ир артыҡ” тигән әйтем бар. Әммә барыбер донъя йөгөн ауылда бөгөн дә ҡатын-ҡыҙ тарта...

Алтын башлы ҡатын-ҡыҙҙан баҡыр башлы ир артыҡ, тиһәләр ҙә...

Олоғая килә үткәндәр йышыраҡ иҫкә төшә. Шуға ла өлкән быуын кешеләре осрашһа, күберәк бала сағын, йәшлеген иҫкә төшөрөүсән. Мин дә йыш ҡына беҙгә тормош һабаҡтары биргән яҡындарымды, инәйҙәрҙе, апайҙарҙы, еңгәләрҙе хәтерләп алам.

Элек ауыл ҡатын-ҡыҙҙары заман ауырлығына ҡарамай күңелле йәшәне. Бер-береһенә өмәгә йөрөнө, ҙур мәшәҡәттәрҙе ҡулалмаш эшләне. Ҡаҙ өмәләре нисек гөрләп үтә торғайны!

Йәй етһә сөгөлдөр утау, көҙөн уны йыйып тапшырыу ҙа күберәк гүзәл зат иңенә төштө. Туғайҙарҙа балан, муйыл тиргән дә ҡатын-ҡыҙ ине. Бигерәк тә гөлйемеште ярышып йыя инек беҙ. Күрше Күгәрсен районы Йомағужа ауыл дауаханаһында ошо киптерелгән емешкә алмаштырып мамыҡ бирә торғайнылар.

Ҡышҡы оҙон кистәрҙе лә ауыл ҡатын-ҡыҙҙар күберәк бергә үткәрҙе. Йә өмә үткәреп, юрған-түшәк яһаны, күбене. Йә йыйылышып дебет иләп, шәл бәйләне. Ул заманда үәл (вуаль) бәйләй белмәгән ҡатын-ҡыҙ булмағандыр. Ярышып бәйләй торғайныҡ: кемдеке матурыраҡ, ҙурыраҡ, күпереп тора. Ул ваҡытта был шөғөл ярайһы ҙур ғына килем дә килтерә ине бит. Бер шәлде һалтып, балаларҙы мәктәпкә әҙерләй торғайныҡ. Ғөмүмән, бәйләм бәйләгән, донъя көтәм тип тырышҡан уңған ҡатындарҙың ауылда ярты төнгә тиклем өйөндә ут һүнмәне. Йоҡо иҫәбенә ойоҡ-бейәләйҙәр ҙә бәйләнде, сөгөлдөр утағанда ла хатта аҙ ғына ял ваҡытында ла ҡулдан бәйләм төшмәне.

Көйәнтәләп һыу ташылды, усаҡтан ут өҙөлмәне, самауыр һәр ваҡыт шыжлап ултырҙы, сөнки күп ғаиләләр ишле булды. Береһен мәктәпкә оҙатаһың, икенсеһен ҡаршы алаһың. Хәҙерге кеүек электр сәйнүге, газ юҡ. Балаларҙан тыш мал-тыуар, ҡош-ҡорт күп аҫыралды. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары бесәнгә лә, ырҙын табағына ла, фермаға ла эшкә өлгөрҙө. Күптәр үҙҙәре менән балаларын да йөрөтөп, эшкә өйрәтте.

Ҡалаға барһа, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары әллә ҡайҙан айырыла ине: баштарында яулыҡ. Ябынмаған осраҡта ла, аяғында һәр ваҡыт ойоҡ булды. Ялан бот йөрөмәне улар.

Хәҙер гүзәл заттарҙың ауылда йәшәгәндәре лә, ҡаланыҡылар ҙа бер тиң. Уларҙы һис тә айырырлыҡ түгел. Зауыҡлы итеп кейенә лә, биҙәнә белә белә. Элекке кеүек бөтәһе лә сүпрәнән баш ҡуйып, икмәк бешерә белмәһә лә, күптәр автомобилде лә “ауыҙлыҡланы”. Баҡса ла үҫтерә, ҡаҙ-өйрәк тә алып аҫырай, сиратлап көтөү ҙә көтә. Йәй көнө ҡаланан ҡайтҡан балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен тәмле-татлы ризыҡтар бешереп, ҡаршы ала һәм күстәнәстәрен тейәп оҙата. Һөт-ҡаймағын, майын-эремсеген, ҡоротон, һөҙмәһен сумкаһына тултырып, матур кейенеп, баҙарға барып һатып аҡса эшләргә лә өйрәнде. Ә бына хәҙерге һәм элекке ауыл ҡатын-ҡыҙҙары араһында ғына айырма бар - бөгөн гүзәл заттар сөгөлдөр утамай. Күптәрҙең йортона һыу үткән, көйәнтәләп һыу ташымай. Хәҙер ауылда ла рәхәтләнеп йәшәргә була.

Халҡымда”Алтын башлы бисәнән баҡыр башлы ир артыҡ” тигән әйтем бар. Әммә барыбер донъя йөгөн ауылда бөгөн дә ҡатын-ҡыҙ тарта...

Миңзәлә САНГИШЕВА, хеҙмәт ветераны.

Эткөсөк ауылы.

Алтын башлы ҡатын-ҡыҙҙан баҡыр башлы ир артыҡ, тиһәләр ҙә...
Автор:Лена Абдрахманова