Конгэк
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь , 09:00

Өлкән йәштәгеләргә үҙҡурсаулыҡ режимы индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһында Указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе. Үҙәк район дауаханаһының ауырыуҙарҙы профилактикалау буйынса врачы Маргарита Утицкая билдәләүенсә, документҡа ярашлы 13 октябрҙән 65 йәштән өлкән граждандарға ҡарата үҙҡурсаулыҡ талабы индерелде. Ул шулай уҡ хроник сире булғандарға ла ҡағыла. Иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем аҙыҡ-түлек магазинына, дарыуханаға, дауаханаға мөрәжәғәт итергә, шул иҫәптән COVID-19-ға ҡаршы вакцинация үтергә мөмкин. Был сара прививка эшләтеү тураһында сертификаты һәм алты ай эсендә коронавирус менән ауырыу тураһында белешмәһе булғандарға ҡағылмай.

Өлкән йәштәгеләргә үҙҡурсаулыҡ режимы индерелде

Вирустың тәүге тулҡынындағы кеүек, үҙ ҡурсаланыу режимында булғандарға, шулай уҡ инвалидтарға, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәргә, яңғыҙ йәшәгәндәргә ярҙам итәсәк ирекмәндәр төркөмө булдырыласаҡ.

Өлкән йәштәгеләргә үҙҡурсаулыҡ режимы индерелде
Автор:Лена Абдрахманова