Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2021, 08:51

Кеше ғүмере һәм һаулығынан ҡиммәтерәк нәмә юҡ

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгәндәр өсөн бөгөн - айырыуса яуаплы осор. Хәйер, был өлкә белгестәренә мөһим булмаған ваҡыт та юҡтыр. Ниндәй генә заманда ла улар - алғы сафта. Шуға ла республикала, шул иҫәптән районда медицина ярҙамы сифатын, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Был маҡсатҡа тик учреждениены заманса ҡорамалдар менән йыһазландырған осраҡта ғына өлгәшергә мөмкин. Үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин менән әңгәмәбеҙ шул хаҡта.

Кеше ғүмере һәм һаулығынан ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Кеше ғүмере һәм һаулығынан ҡиммәтерәк нәмә юҡ

- Урал Мәзит улы, ниндәй генә өлкәне алһаң да, яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителгәндә генә унда юғары технологиялар индерергә мөмкин. Был тәңгәлдә үҙәк район дауаханаһында хәлдәр нисек?  

- Республикала дауаханаларҙы йыһазландырыуға ҙур иғтибар бирелә. Был ыңғай күренеш районда ла күҙәтелә. Былтыр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан бушлай 124 миллион 205 мең һумлыҡ медицина ҡорамалы алынды. Анестезиология һәм реанимация бүлексәһенә 43 миллион һумдан ашыу аппараттар ҡуйылды, шул иҫәптән үпкәне яһалма вентиляциялау аппараты - 18, дефибриллятор - 3, монитор - 15 дана.

Яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле асылған ковид-госпиталь 3 миллион һумдан ашыу аппараттар менән тәьмин ителде. Ул аспираторҙар, медицина карауаттары, инвазия шприц насостары, рециркуляторҙар, пульсоксиметрҙар менән йыһазландырылды. Диагностика бүлексәһенә гемотология, биохимия, газ анализаторҙары,  ультратауыш тикшереү ҡорамалы, бронхоскоп, рентген комплексы, ЭКГ модуль системаһы, күсмә рентген аппараттары алынды.

Поликлиникалар өсөн 4 дана сенсорлы мәғлүмәт терминалы ҡуйылды.

Офтальмология бүлексәһен асыуға авторефкератометр, операция микроскобы, офтальмология йыйылмалары, операция системаһы, компьютерлаштырылған тонометр, ультратауыш сканеры килтерелде. Бынан тыш, үҙәк район дауаханаһына 4 миллион 590 мең һумға ингаляторҙар, дефибрилляторҙар, карауаттар, нурландырғыстар, стоматология һәм офтальмология өсөн инструменттар алынды. Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, хеҙмәткәрҙәргә пациенттарҙың ауырыуын алдан асыҡларға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм сифатлы медицина ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итә.

Төбәктә фельдшер-акушерлыҡ пункттары системаһын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 3 миллион һумға тейешле ҡорамалдары менән бергә Ужа ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы ҡоролдо.

- Медицина ярҙамын күрһәтеү һәм дауаланыу шарттары яйлап яҡшыра. Былтыр дауахананың ниндәй бүлексәләре капиталь ремонтланды?

- 2020 йылда Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы капиталь ремонтҡа 7 миллион 57 мең һум бүлде. Терапия, психиатрия бүлексәләрендә, Воскресенск амбулаторияһында капиталь ремонт үтте, балалар поликлиникаһының рентген кабинеты төҙөкләндерелде, өлкәндәрҙекендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар өсөн “ҡыҙыл зона” булдырыу буйынса ҙур эш башҡарылды.

Балалар корпусын үҙәкләштерелгән кислород системаһы менән тәьмин итеүгә 4 миллион мең һум бүленде. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың мартында “Үргә ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен бойомға ашырыу программаһына ярашлы ҡаланың 8-се мәктәбендә заманса ҡорамал менән йыһазландырылған стоматология кабинеты асылды.

Шулай уҡ офтальмология хеҙмәтен ойоштороу буйынса пилот проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ремонттан һуң офтальмология операцияһы бүлексәһе эшләй башланы. Был, һис шикһеҙ, район һаулыҡ һаҡлау системаһының йәнә бер ҡаҙанышы булды. Унда Өфө Күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты белгестәре операция эшләй.

- Ағымдағы йылда район медицина хеҙмәткәрҙәре ниндәй мөһим бурыстарҙы бойомға ашыра?

- Үҙәк район дауаханаһының 2021 йылға билдәләгән төп бурыстарынан, иң беренсе, граждандарға бушлай медицина ярҙамын күрһәтеүгә дәүләт гарантиялары программаһын үтәүҙе билдәләп китер инем. Бынан тыш, беҙгә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының онкология сирҙәренә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш, балаларға медицина ярҙамын күрһәтеүҙең заманса инфраструктураһын булдырыуҙы иҫәпкә алып уларҙың сәләмәлеген нығытыу, төбәктең һаулыҡ һаҡлау системаһына квалификациялы кадрҙарҙы, йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, беренсе медицина-санитария ярҙамын үҫтереү кеүек проекттарҙы бойомға ашырыу йөкмәтелгән. Шулай уҡ үҙәк район дауаханаһын артабан информатлаштырыу һәм заманса мәғлүмәт системаһын индереү эше дауам ителәсәк.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Кеше ғүмере һәм һаулығынан ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Кеше ғүмере һәм һаулығынан ҡиммәтерәк нәмә юҡ
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: