Конгэк
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 09:03

Фейктарға ышанмайыҡ, дуҫтар!

Социаль селтәрҙәрҙә таралған төрлө видеоларға, сығыштарға ышанып, яңы коронавирусҡа ҡаршы вакцина һалдырмағайныҡ. Улай ғына ла түгел, бөтә ғаилә менән ҡырҡа ҡаршы торҙоҡ. Берәм-берәм ауырый башлағас та уға ғәмһеҙ ҡалдыҡ. Бер фатирҙан өс кеше реанимацияға эләккәс кенә яңылышҡаныбыҙҙы аңланыҡ.

Дауаханала ятҡанда, бер аҙ шәбәйгәс, палаталағыларҙан һораштым. Ҡаты ауырығандарҙың береһе лә тажзәхмәткә ҡаршы прививка һалдырмағайны. Вакцинация үткәндәр ҙә бар ине, әлбиттә. Әммә улар сирҙе күпкә еңел үткәрҙе. Шуға күрә кемдәр әле прививка һалдырмаған, кемдең медицина күрһәтмәһе юҡ, ашығығыҙ, сир бер кемде лә аямай. Йәшенә лә,  ҡартына ла аяуһыҙ. Быны, ковид-госпиталдә ятып сыҡҡан ағайығыҙ үҙ күҙҙәре менән күрҙе...

И.Р.ҒАТАУЛЛИН. 

Автор:Лена Абдрахманова