Конгэк
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 09:13

Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балалар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүе ихтимал

Әлегә ете йәшкәсә балаларҙың ғына бындай мөмкинлеге бар.

Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балалар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүе ихтимал

Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар буйынса комитеты ете йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүҙе күҙ уңында тотҡан яңы закон проектын әҙерләүҙе тәҡдим итергә йыйына. Был хаҡта РИА Новости агентлығына комитет рәйесе Нина Останина хәбәр итте.

Депутат һүҙҙәренсә, бөгөн төбәк властары был проблемаларҙы айырым бойороҡтар, социаль карталар һәм башҡа ысулдар менән үҙҙәре хәл итә. Башланғыс авторҙары иһә быны нығытып ҡуйырға теләй.

Хәҙер ете йәшкәсә балалар ғына транспортта бушлай йөрөргә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрһеҙ йөрөгән 16 йәшкә тиклемге балаларҙы юл хаҡы түләмәгән өсөн төшөрөп ҡалдырыу тыйыла.

Рәсәйҙә 16 йәшкә тиклемге балалар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөүе ихтимал
Автор:Лена Абдрахманова