Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 08:41

Өфөлә республиканың коронавирустан һәләк булған табиптары хөрмәтенә Медицина ҡаһарманлығы аллеяһы асыла

Өфөлә республиканың коронавирустан вафат булған табиптары хөрмәтенә Медицина ҡаһарманлығы аллеяһы булдырыла. 24 ноябрҙә ҡала Советы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Өфөлә республиканың коронавирустан һәләк булған табиптары хөрмәтенә Медицина ҡаһарманлығы аллеяһы асыла

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Шамил Булатов депутаттарға әлеге медицина учреждениеһы биләмәһендәге аллеяға ошондай исем биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Аллея Достоевский урамында (Кустар урамынан алып Минһажев урамына тиклемге участкала) урынлашҡан. Уның оҙонлоғо — 200 метр.

Был аллея яңы коронавирус инфекцияһынан ғүмере өҙөлгән табиптарға бағышлана.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 33 табип үҙ вазифаһын башҡарғанда вафат булған. 

Өфөлә республиканың коронавирустан һәләк булған табиптары хөрмәтенә Медицина ҡаһарманлығы аллеяһы асыла
Автор:Лена Абдрахманова