Конгэк
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 13:47

Мөһим сараға мәләүездәр етди ҡараны

Пандемия сәбәпле ҡатмарлы осор кисереүгә ҡарамаҫтан, район-ҡалабыҙҙа Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу  кампанияһы тамамланды.

Мөһим сараға мәләүездәр етди ҡараны

Тотош ил кимәлендә уҙған мөһим сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн, тәү сиратта, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Иң ҙур яуаплылыҡ иҫәп алыу участкалары контролерҙары иңенә һалынды. Улар башта үҙҙәре махсус курс, тикшереү үтте, сараға йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәрҙе эш тәртибенә өйрәтте. Шулар араһынан ҡуйылған бурысты теүәл үтәгәндәрҙе билдәләп үткем килә: Хәлиҙә  Шөғәйепова, Светлана Лазарева, Айгөл Үмәрғәлина, Галина Пирогова, Татьяна Мехликова, Дальмира Һыртланова, Ольга Бекина, Айгөл Яҡупова. Эштең мөһимлеген аңлап, уға яуаплы ҡараған иҫәп алыусылар ҙа маҡтауға лайыҡ: Гөлкәй Татлыбаева, Лилиә Сәйфетдинова, Венера Ғайсина, Диана Шәрәфиева, Светлана Батталова, Валентина Ухарева, Лена Фәзләхмәтова, Анна Буш, Алик Ильясов.

Төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған статистика бүлеге начальнигы Рәзилә Сыңғыҙоваға, тотош коллективҡа ҙур рәхмәтемде еткерәм. Был йәмәғәт эшендә мәғариф идаралығы (начальнигы Алик Сатлыҡов), халыҡты социаль яҡлау үҙәге (начальнигы Татьяна Снегова), Мәләүез почтамты (начальнигы Лидия Веселова), “Мәләүез үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы” (директоры Римма Божко) әүҙемлек күрһәтеп, иҫәп алыусыларҙың эшен еңелләштерҙе.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында быйыл мәғлүмәт планшет ярҙамында теркәлде. Заманса технологиялар йомғаҡ яһау эшен ҡыҫҡа арауыҡта башҡарырға мөмкинлек бирәсәк. Яҡынса һөҙөмтәләр киләһе йылдың яҙ айҙарында билдәле буласаҡ.

Вера КУВАЙЦЕВА, әйҙәүсе белгес.

Мөһим сараға мәләүездәр етди ҡараны
Автор:Алия Амирова