Конгэк
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 08:32

Әсә бурысы

Бурыстарың бик күп, әсәй кеше, Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА   Бармаҡ етмәҫ һанап китһәң дә. Солғап ала һине ниндәй уйҙар Ғәзиз балаҡайың көткәндә?

Әсә бурысы

 

Иң тәмле аш, затлы-татлы ризыҡ,

Бер ни бала өсөн йәл түгел.

Һаҡһыҙ әйткән һүҙҙәре эй ауыр,

Ҡала рәнйеп, өшөп был күңел.

Аңламайбыҙ әсәлектең хаҡын,

Шул халәткә килеп етмәйсә.

Аҡ биләүҙән ҡосағыңа алған бурыс,

Бәғер өтә буйҙар еткәнсә.

Арта бара бурыс, ҡабатлана шулай,

Ер йөҙөндә әсә - тереклек.

Ғаләмдәрҙе иңләй яңы ауаз

Әсә бурысын үтәү - бөйөклөк.

 

Әсә бурысы
Автор:Лена Абдрахманова