Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 12:20

Шыршы, шыршы, беҙ һине һағынып көттөк йыл буйы

Яңы йылға бер айҙан да күберәк ваҡыт ҡалһа ла, олоһонан йәшенә тиклем яратҡан байрамды күтәренке кәйефе менән көтә, мәҙәниәт һарайы алдына пикселле шыршы ултыртыу башланды. Заман менән заң да үҙгәреп, шыршыбыҙ ҙа яңырҙы. Ылыҫлы ҡупшыҡайҙарҙы, тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән ҡуйылған шыршыны махсус рәүештә “Йәшел хужалыҡ” монтажсылары йыя. Шул уҡ ваҡытта сәхнә төҙөлөшө башлағандар. Сер генә итеп әйтәбеҙ, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һындары элеккесә боҙҙан һынландырылмаясаҡ, заманса материалдан буласаҡ.

Ҡалабыҙҙа Яңы йыл байрамы уҙа торған төп майҙансыҡты оҫталар күңел йылыһы биреп башҡара. Төрлө йәнлектәр, киләһе йыл символы тигр скульптураһы быйыл да майҙанға байрам кәйефе индерәсәк.

Әйткәндәй, Яңы йыл шыршыһын Гагарин исемендәге һәм “Дан” парктарында ла биҙәләсәк.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Шыршы, шыршы, беҙ һине һағынып көттөк йыл буйы
Автор:Аклима Имамова