Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2021, 12:20

ҠАРАЛАМА ҺӨЙГӘНЕҢДЕ

Ҡаралама һөйгәнеңде -Ул да ҡалһын аҡ көйө.Йәшәһен ерҙә мөхәббәтЯлған түгел, хаҡ көйө...

ҠАРАЛАМА ҺӨЙГӘНЕҢДЕ
ҠАРАЛАМА ҺӨЙГӘНЕҢДЕ

Һөйгәнеңдең яҡтарынан
Иҫһәләр һыуыҡ елдәр,
Һағышыңды йәйге елдә
Яланға сығып елгәр.

Селләләр булып көйрә лә
Ҡойондар булып ҡойол,
Тик аҡылһыҙ үс алыуҙан -
Меҫкен ҡалыуҙан тыйыл.

Ирәмәлдәй күккә аш та
Шүлгәндәй ергә уйыл,
Тик һөйгәнең күңеленән
Аҡтан-аҡ килеш юйыл.

Сафтарҙан-саф килеш юйыл,
Ҡалмаһын һинән хатта,
Әгәр ысыҡ булып тамһаң
Эҙ ҙә таңғы япраҡта.

Ҡаралама һөйгәнеңде -
Ул да ҡалһын аҡ көйө.
Йәшәһен ерҙә мөхәббәт
Ялған түгел, хаҡ көйө

Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: