ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2021, 14:33

Тиҙҙән - Яңы йыл

Башҡортостан Башлығы Шыршы байрамы былтырғы кеүек  урындарҙа, йәғни райондарҙа, ҡалаларҙа үтәсәк. Быйыл был ваҡиға 24 декабргә билдәләнгән. Республика етәксеһе бүләген 780 бала аласаҡ. Шуның 17-һе - Мәләүез районы һәм ҡалаһынан. Улар - төрлө фәндәр буйынса олимпиада, спорт ярыштары, конкурстар еңеүселәре.

Тиҙҙән - Яңы йыл
Тиҙҙән - Яңы йыл

Мәғариф идаралығы әйҙәүсе инспекторы Жанна Ғәйетҡолова билдәләүенсә, мәктәптәрҙә Яңы йыл саралары һәр класс өсөн айырым ойошторола. Ситтән алып барыусылар, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу кеүек әкиәт геройҙарын йәлеп итеү тыйыла. Шәхси-гигиена һәм социаль дистанция талаптарын үтәп, байрам саф һауала йәки класта ғына уҙғарыла.

Каникул ваҡытында йылдағыса өҫтәмә белем биреү учреждениелары ҡатнашлығында ҡала мәҙәниәт һарайы алдында Яңы йыл тамашалары үтәсәк. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, опекалағы, социаль приютта тәрбиәләнгән балалар өсөн дә бүләктәр һәм байрам саралары әҙерләнә.  

Тиҙҙән - Яңы йыл
Тиҙҙән - Яңы йыл
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: