Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2021, 08:20

Уңайһыҙ мәсьәләме, әллә көнүҙәкме?

Ҡаршыма килгән инәйҙең алан-йолан ҡаранып килеүен күргәс, төҙөкләндерелгәндән һуң ныҡ үҙгәргән ҡала майҙанына һоҡланалыр, тиһәм, уйы башҡала булған икән. - Яҡын-тирәлә туалет юҡмы ул, һеңлем? Элек анау күпер төбө йәтеш кенә ине. Хәҙер ремонттан һуң унда төшөп булмайҙыр тип, был яҡҡа ыңғайланым. Юғары ҡан баҫымынан эскән дарыу йыш йөрөтә, - тип аҡланған булды.

Уңайһыҙ мәсьәләме, әллә көнүҙәкме?
Уңайһыҙ мәсьәләме, әллә көнүҙәкме?

Күмертауҙан хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына субсидия юлларға килгән оло йәштәге был ҡатынға ҡала үҙәгендәге берҙән-бер йәмәғәт туалеты иҫәпләнгән “Матбуғат йорто” ихатаһындағы бәҙрәфте өйрәтеп ебәрҙем.

Эйе, ҡалала йәмәғәт туалеттары мәсьәләһе киҫкен. Был проблема, әлбиттә, бер беҙҙә генә түгел. Үҫешкән илдәрҙә лә “ҡыуаҡ арты”на йөрөү күренеше менән көрәшәләр. Ә беҙ берәй мөйөштә йәки ағас-ҡыуаҡ янында әсәһе йәки атаһы балаһының аяғын тотҡанын күрһәк иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Уның бәләкәйлеген генә аҡламайбыҙ, ә был хәлгә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Тик оло кешеләрҙе лә күрергә тура килә. Ундай саҡта күрмәмешкә һалышып үтеп китеүҙән башҡа сара юҡ. Ҡыйыуыраҡтар иҫкәрмә яһап үтергә мөмкин. Әммә төп геройға нимә эшләргә һуң? Урамда бәҙрәф булмағас...

Кешенең был тәбиғи ихтыяжын ҡалала йәмәғәт туҡланыуы, сауҙа нөктәләре, хеҙмәтләндереү ойошмалары бер ни тиклем хәл итә итеүен. Кафе, ресторан, магазиндарҙа, матурлыҡ салондарының барыһында ла туалет бар, әммә бер нәмә лә һатып алмаһаң, заказ эшләмәһәң, унда инергә һиңә бер кем дә рөхсәт итмәйәсәк.

Яңыраҡ Һарытау өлкәһендә йәшәгән курсташым шылтыратып, йыш ҡына сит илдә ял итеүҙәре хаҡында һөйләне.

- Башҡортостандың иҫтәлекле урындарында ла йөрөгө килә, әлбиттә. Әммә әлегә республикала балалар менән оҙон юл йөрөү бик үк уңайлы түгел. Юл буйҙарында, ял итә торған урындарҙа бәҙрәфтәрҙең юҡлығы, булһа ла ҡул йыуыу, йыуыныу өсөн мөмкинлектәр булмауы ҡыйын. Ял һәм сәйәхәт итеүселәргә - был иң мөһим аспекттарҙың береһе. Бер нисә йыл элек улдарыбыҙҙы республикалағы иң ҙур күл -Асылыкүлде күрһәтергә тип алып барғайныҡ, тап ошо бәҙрәфкә бәйле проблема сәбәпле, барған көндө үк кисен ҡайтып китергә мәжбүр булдыҡ. Бәлки, хәҙер шарттар яҡшырғандыр ҙа, тик әлегә унда юл төшмәй тора, - ти.

Юлда туалеттарҙың юҡлығы ла - ҙур мәсьәлә. Булған хәлдә лә улар  бысраҡ, инһәң, еҫе сәскә, кейемгә һеңеп килеп сығаһың. Яҡтылыҡ йәки ҡул йыуып сығыу түгел, ҡағыҙ кеүек элементар саралар ҙа юҡ.

Шуға бәйле тағы шул һорау тыуа: әбрәкәйгә ҡайҙа барырға?

Пандемияға бәйле карантин саралары ваҡытында кафе, ресторандар ябылыу сәбәпле, бәҙрәфкә ҡайҙа барырға белмәгәндәр өсөн Рәсәй ҡалаларының береһендә бер эшҡыуар тәгәрмәсле кабина ултыртып, халыҡҡа уңайлыҡ тыуҙырып ҡына ҡалмай, аҡса ла эшләй. Ә ниңә? Бизнес өсөн бик яҡшы идея! Таҙа һәм уңайлыҡтары булған кабиналар түләүле булһа ла, күпер төбөнә төшкәнсе йәки ҡыуаҡ эҙләп йөрөгәнсе, беҙҙә лә өйрәнерҙәр ине ул.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Уңайһыҙ мәсьәләме, әллә көнүҙәкме?
Уңайһыҙ мәсьәләме, әллә көнүҙәкме?
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: