Конгэк
+26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар , 08:57

Бөгөн, йәғни 11 ғинуарҙан республикала мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә һәм транспортта COVID-тикшереүҙәр башлана

Кисә Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль объекттарҙа, атап әйткәндә, фитнес-клубтарҙа, спорт һәм мәҙәниәт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә, шулай уҡ транспортта тикшереү буласағын хәбәр итте. Рейдтар бөгөн башлана.

Бөгөн, йәғни 11 ғинуарҙан республикала мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә һәм транспортта COVID-тикшереүҙәр башлана
Бөгөн, йәғни 11 ғинуарҙан республикала мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә һәм транспортта COVID-тикшереүҙәр башлана

«Әүҙемлек күрһәтеүегеҙҙе һорайым. Был осорҙа беҙ артыҡ баҫым яһаманыҡ. Ләкин баш санитар табиптың кәңәштәрен, ағымдағы хәлде иҫәпкә алып, йәнә халыҡты ҡуҙғата башларға тейешбеҙ. Улар фитнес-клубтарға, мәҙәниәт учреждениеларына бара. Вакцина яһатмағандарға ҡаршы кәртәләр булдырырға кәрәк. Кешеләр прививка эшләтергә бурыслы, — тине ул. — Байрамдарҙан һуң халыҡ сауҙа үҙәктәренә йөрөй башлай, шуға унда барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Улар барыһына ла аңлайышлы һәм билдәле».

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты.

«Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Сирлеләрҙең кәмеүенә иғтибар итергә кәрәкмәй. Юҡ, көрәш тамамланмаған әле. Бөтәһе лә арыны, кешеләр беҙҙең даими талаптарҙан арыны. Халыҡты ышандырырға, эшләргә, һаулыҡ һаҡлау системаһын көр кәйефтә тоторға кәрәк», — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Ксения Калинина фотоһы.
Бөгөн, йәғни 11 ғинуарҙан республикала мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә һәм транспортта COVID-тикшереүҙәр башлана
Бөгөн, йәғни 11 ғинуарҙан республикала мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә һәм транспортта COVID-тикшереүҙәр башлана
Автор:Лена Абдрахманова