Әлдә ярай үтеп китте
Яңы йыл байрамдары.
Ауыҙҙың да ашап-эсеп,
Ҡалманы бер тәмдәре.
Һәр көн билмән, майлы бәлеш,
Һыуҙың әсе-сөсөһө...
Унан төртә, бынан ҡыҫа,
Ҡалды дарыу эсәһе.
Тауыҡтарҙың алдарында
Төрлө-төрлө салаттар.
Бесәй һауытында ла
Ит, колбаса, балыҡтар.
Маъмайҙың да эше хутта,
Кемдәр керһә лә ярай.
Оло мал, ҡош һөйәктәрен
Оянан сыҡмай ялай.
Бушап ҡалған магазиндар.
Керһәң, иҫтәр китәрлек!
Янсыҡта аҡса ла ҡалды
Әпәй-һөткә етәрлек.
Әл дә иҫән-имен үтте
Каникул тигәндәре...
Ярай бер мәртәбә килә
Яңы йыл байрамдары!
+21 °С
Болотло