Конгэк
+21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 12:28

Бөгөн Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

12 ғинуарҙа Рәсәй прокуратураһы үҙенең 300 йыллығын билдәләне. Өс йөҙ йыл ул закон һағында тора, граждандарҙың хоҡуғын, йәмғиәт һәм дәүләт мәнфәғәтен яҡлай. Мәләүез район-ара прокуратура 1934 йылда барлыҡҡа килгән.

Бөгөн Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй
Бөгөн Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге хеҙмәткәрҙәр тураһында мәғлүмәт һаҡланмаған. 1943 йылда секретарь сифатында А.А. Иванова эшләй башлай һәм, әйтергә кәрәк, тап уның яуаплылығы арҡаһында 1940 йылдар башында эшләгән етәкселәрҙең исеме билдәле. Улар -  А.Б. Нохрин, В.Н. Кузнецов, К.С. Кәримов, И.И. Фальков, Д.С. Прокофьев, Г.Т. Болотин, Р.Д. Трофимов. 1960-1970 йылдарҙа прокурор вазифаһын В.П. Саблин, И.В. Курников башҡарған. 12 йыл дауамында (1975-1987) район-ара прокуратураны Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан М.М. Юсеев етәкләгән. Район-ҡалала ҡануниәтте нығытыуға шулай уҡ прокурорҙар Л.З. Насиров (1987), Р.К. Исҡужин (1994-2000), И.Ғ. Әлмөхәмәтов (2002-2005), Д.В. Тайыпов (2005-2007), Р.Р. Улемаев (2007-2011), Е.Ғ. Вәлиев (2011-2021), прокурор ярҙамсылары Р.Р. Әбүбәкерова, З.Ф. Бураҡанова, Л.М. Юсеева ҙур өлөш индерҙе.

Әлеге ваҡытта район-ара прокуратурала 9 оператив хеҙмәткәр (прокурор А.В. Ахунов, прокурор урынбаҫарҙары И.М. Жданов һәм А.А. Филимонова, прокурорҙың өлкән ярҙамсылары Р.А. Әхмәтдинова, Р.У. Лоҡманов, Д.Р. Раимов, прокурор ярҙамсылары С.Ф. Кәримов, Ю.Р. Исмәғилева, А.И. Йомағолова) һәм водитель (Р.Р. Сәфиуллин) эшләй. Законға тоғролоғо һәм һөҙөмтәле эше өсөн улар бер нисә тапҡыр бүләкләнде.

Район-ара прокуратура үҙенә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы үтәй.  2021 йылда 2 меңдән ашыу закон боҙоу осрағын асыҡланы. Уларҙың күбеһе хеҙмәт, торлаҡ, ҡала төҙөлөшө һәм тәбиғәтте һаҡлау закондарын үтәү өлкәһенә ҡағылышлы. Күп кеше ҡатнашҡан урындарҙа граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, балиғ булмағандарҙың хоҡуғы һәм мәнфәғәте үтәлешенә иғтибар бирелде. Район-ара прокуратура предприятие хеҙмәткәрҙәренә 24 миллиондан ашыу һумлыҡ эш хаҡын алырға булышлыҡ итте, 217 граждандың хоҡуғы яҡланды.

Етәкселек даими рәүештә ауыл биләмәләрендә күсмә ҡабул итеү ойоштора. Былтыр 280 кешене ҡабул итте, 1300-ҙән ашыу мөрәжәғәтте тикшерҙе.

Прокуратураның төп функцияларының береһе - енәйәти эҙләү һәм шулай уҡ тикшереүсе органдарҙың законды үтәүен күҙәтеү. 2021 йылда район-ара прокуратура 430-ҙан ашыу енәйәт эшен өйрәнеп һәм раҫланған ғәйепләү акты менән судҡа йүнәлтте, улар буйынса реабилитация ҡарары сығарылманы.

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре Мәләүез район суды һәм мировой судьялар ҡараған 424 енәйәт эше буйынса ғәйепләүҙе тейешле кимәлдә хупланы. Быйыл да район-ара прокуратура үҙенең бурысын  юғары кимәлдә үтәүен һәм закон боҙоуға ҡаршы принципиаль һәм оператив эшләүен дауам итәсәк.

А.В. АХУНОВ,

район-ара прокурор, юстицияның өлкән советнигы.

 

Бөгөн Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй
Бөгөн Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй
Автор:Лена Абдрахманова