Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 10:37

“Көнгәк” - миңә үҙе бүләк!

Рәзилә Ҡотлогилдина - гәзит сыға башлағандан алып алдырып уҡыған дуҫтарыбыҙҙың береһе. Әүҙем авторыбыҙ ҙа ул. Яңы йыл лотереяһында ҡатнашып, бүләк отоусылар араһында булыуына ихлас ҡыуанды ул.

-“Көнгәк” миңә үҙе бүләк кеүек. Бына егерме йыл инде йыл һайын яҙҙырып уҡыйым. Призға лайыҡ булыуым иһә икеләтә ҡыуаныслы. Бер ҡасан да бер нәмә лә отҡаным юҡ ине. Шуға тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом. Киләсәктә лә баҫманан айырылырға булмаһын.

Редакция хеҙмәткәрҙәренә гәзиттең егерме йыллығы айҡанлы ҡотлау һүҙҙәремде еткерәм. Ижади коллективҡа яңы геройҙар, яңы асыштар һәм темалар табыуын теләйем! - тине Рәзилә Фәтих ҡыҙы.

Автор:Лена Абдрахманова