Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 08:42

Туған тел - ул рухи донъяға асҡыс

Башҡортостанда, шул иҫәптән районда һәләтле йәштәргә үҙен күрһәтер өсөн яҡшы мөмкинлектәр һәм уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүленә. Ҡаланың индустриаль колледжы коллективы ла талантлы студенттарҙы асыҡлау, улар менән системалы эш алып барыу, туған тел, халыҡ педагогикаһы аша әҙәп-әхлаҡ сифаттарын, интеллектуаль һәм мәҙәни үҫешкән шәхес тәрбиәләү йүнәлешендә етди эш алып бара. Төрлө кимәлдә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

Туған тел - ул рухи донъяға асҡыс

 

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, көнсығыш фәне һәм журналистика факультеты менән берлектә ойошторған ижади конкурстан да ситтә ҡалманы улар. Студенттар араһында башҡорт телен пропагандалау, уларҙың фәнни-ижади эшмәкәрлеге кимәлен асыҡлау, ижади һәләтлеләрҙе билдәләү маҡсатында республика һәм бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарылған был сарала улар юғары һөҙөмтәләргә өлгәште.

Атап әйткәндә, 1-се курс студенты Илүзә Ишкинина урта махсус һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары араһында республика олимпиадаһында еңеүсе исемен яуланы, Башҡорт дәүләт университетының  I Дәрәжә дипломы менән бүләкләнде. 2-се курс студенты Инсаф Абдуллин “Телебеҙ киләсәге - беҙҙең ҡулда” тип аталған республика проекттар конкурсында “Башҡорт теленә һөйөү” номинацияһында ошо уҡ юғары уҡыу йортоноң II Дәрәжә дипломына лайыҡ булды.  Салауат Үтәғолов Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологиялар йылына арналған иншалар конкурсында беренсе урынға сыҡты.

Индустриаль колледж студенттары район-ҡалала үткәрелгән сараларға ла дәррәү ҡушыла. Яңы йылға тиклем Мәләүез ерендә йәшәгән талантлы шағирәләр менән осрашыуҙа ла әүҙемлеге менән айырылдылар. Колледж сиктәрендә лә туған телде үҫтереүгә бағышланған саралар даими ойошторола. Милли ҡаһармандарыбыҙҙың береһе, Советтар Союзы Геройы, хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, генерал Таһир Күсимовтың тормош юлына арналған викторинала Павел Ракитин, Артем Улядаров - беренсе, Сергей Жиляев, Тимур Юлтимеров - икенсе, Дмитрий Смирнов, Владимир Черников өсөнсө урын яуланы.

Ошондай төрлө кимәлдәге олимпиада һәм конкурстарҙа еңеүселәр әҙерләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Абдулхаҡ ҡыҙы Әмирханованың фекерен дә тыңлап үтәйек:

- Илебеҙ киләсәге - һәләтле йәштәр ҡулында. Шуға күрә үҙемдең дәрестәремдә һәм кластан тыш сараларҙа төрлө яҡлап үҫешкән, белемле, ҡыйыу фекерле, уңған, өлгөр, үҙенең артынан эйәртерлек бөтә сифаттарға эйә булған һәм, әлбиттә, үҙенең туған телендә иркен һөйләшкән, мәҙәниәтен, тарихын яратҡан йәштәр тәрбиәләргә тырышам. Студенттарымдың дөрөҫ юл һайлап, тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеүенә һәм яҡын киләсәктә гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың файҙалы ул һәм ҡыҙҙары булыуына ышанысым ҙур.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Туған тел - ул рухи донъяға асҡыс
Автор:Лена Абдрахманова