Конгэк
+21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 09:05

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

1 ғинуарҙа районда "Көнгәк" гәзите нәшер ителә башлауға 20 йыл тулды. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы баҫманың матур традициялары башланғысында торған, оҙайлы йылдар коллективта эшләгән хеҙмәткәрҙәребеҙгә һүҙ бирҙек. Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА, 2005-2019 йылдарҙа сәйәсәт бүлеге мөдире:

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө
Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө

 

- Байрамдарҙың төрлөһө бар. Шулар араһында таныштарҙың аҡыллы фекере менән бәйле хәтерҙә һаҡланғандары бигерәк яҡын. Ғүмер йомғағын һүткәндә йәшәлгән йылдарға, йүгерә атлай үткән тормош юлына йыш ҡараш ташлайһың икән. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым - бала саҡ хыялым күҙ асып йомған арала үҙенән үҙе тормошҡа ашты: хеҙмәт биографиямдың бер арауығын ул ваҡытта ҙур абруйға эйә “Көнгәк” гәзитендә үттем. Татыу коллективтың төрлө идеялар менән янып, халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән осоро ине был йылдар. Етәкселектең дә, хакимиәт тарафынан да баҫма һүҙгә талабы көслө заманда эшләргә тура килде. Тап ошо хәбәрселәрҙең һөнәри үҫешенә булышлыҡ иткәндер, тип уйлайым. Уҡыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуҙы талап итә ине баш мөхәррир Сәйфулла Әмиров, ял көнө тип тормай, тәбиғәт шарттарына ҡарамай ауыл тарафына юлланыу ғәҙәти күренешкә әүерелде. Райондың һәр ауылына, һәр йортона инеп яҡташтарымдың тормошон, йәшәйешен аҡ ҡағыҙға төшөрөү миңә ҙур кинәнес бирҙе, уларҙың шатлығына ҡыуаныуҙарым, ҡайғылары менән уртаҡлашҡанда күҙ йәштәремә күмелеүҙәрем әле лә хәтерҙә. “Көнгәк”, ысын мәғәнәһендә, халыҡсанлығы, тел байлығы, фекер уртаҡлашырҙай материалдарҙың күплеге менән республикала беренселәр исемлегенә дәғүә итте. Редакциянан кеше өҙөлмәне - ижади емештәре, актуаль мәсьәләләре менән бүлешкән уҡыусылар һаны тап ошо йылдарҙа иң күбе булғандыр. Татыу коллективта эшләгән йылдарым байрам көндәре һымаҡ күҙ асып йомған мәл булды. Ауыр саҡта һинең күңел ғазабынды ҡарашы менән үҙенә тартып алырҙай ысын дуҫтар тапҡан, баҫма аша аралашҡан гәзит уҡыусыларын яҡын туғанға әүерелдергән йылдарым өсөн рәхмәт һиңә, “Көнгәк”!

Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө
Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө
Автор:Лена Абдрахманова