Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 09:25

"Көнгәк" гәзитенә - 20 йыл

Сәкинә КИНЙӘБАЕВА, 2002-2012 йылдарҙа гәзиттең яуаплы секретары:

-  “Илеңә - ҡот, йортоңа - бәрәкәт!“ девизы менән сыға башлаған “Көнгәк” гәзитенә 1 ғинуарҙа 20 йыл тулды. Иң беренсе, баҫманың башланғысында торғандарҙы, ике тиҫтә йыл эсендә гәзитте үҫтереүгә, таратыуға үҙ өлөшөн индергәндәрҙе һәм бөгөнгө көндә эшләгәндәрҙе ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлайым. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел бөтөнлөгө һәм ижади уңыштар теләйем! “Көнгәк” гәзитенең барлыҡҡа килеү тарихы, һис шикһеҙ, үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле. Баҫма башҡорт халҡының милли һәм рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, туған телдә ҡәләм тибрәткәндәргә ижади майҙан булдырыу, йәш быуында туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында барлыҡҡа килде. Һәм бына егерме йыл дауамында үҙенең эшмәкәрлеген уңышлы дауам итә тиһәм бер ҙә арттырыу булмаҫ. Ошо дәүерҙә ул уҡыусылар араһында лайыҡлы абруй яуланы. Гәзиттәр төп мәғлүмәт сығанағы булып торған заманда ла, бөгөн дә “Көнгәк”тең районда ғына түгел, республика медиабаҙарында ла абруйы ҙур. Был, әлбиттә, редакция хеҙмәткәрҙәренең көндәлек тынғыһыҙ эше һөҙөмтәһе, тип уйлайым. Төрлө темаға конкурстарҙа маҡтаулы урын яулаған журналистарыбыҙ бар. Заманса мәғлүмәт сығанаҡтары күп булыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар тоғролоҡ һаҡлаған дуҫтары ла байтаҡ баҫманың. Гәзит биттәрендә төрлө кешеләр, төрлө һөнәр эйәләре сығыш яһай. Йөкмәткеле, яңы рубрикалар барлыҡҡа килә.

Әлеге коллективҡа “Көнгәк” гәзитенең мәртәбәһен тағы ла күтәреүен, ижади конкурстарҙа ҡатнашыуын, еңеүен, уҡыусы һәм баҫма араһындағы бәйләнеште һаҡлауын теләйем.

Автор:Лена Абдрахманова