Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар , 09:20

Зөлхизә ӘБДРӘЖӘПОВА, 2005-2013 йылдарҙа хаттар бүлеге мөдире:

- “Көнгәк''тә эшләгән йылдарымды һәр саҡ һағынып иҫкә алам. Коллектив берҙәм, татыу булды. Етәксебеҙ Сәйфулла Әмиров оҫта ойоштороусы булараҡ, районда тәүге башҡорт баҫмаһын уҡымлы һәм йөкмәткеле итеүгә күп көс һалды. Район-ҡалала барған хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтеп, ижтимағи-сәйәси сараларҙың береһен дә ситтә ҡалдырмай, тырышлыҡ һәм теүәллек менән төбәк йылъяҙмаһын тарихта тәүге тапҡыр башҡорт телендә теркәп барҙыҡ.

Зөлхизә ӘБДРӘЖӘПОВА, 2005-2013 йылдарҙа хаттар бүлеге мөдире:

Журналист эше - мәшәҡәтле һәм фиҙаҡәрлек талап итеүе менән бергә бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс һөнәр. Байтаҡ тарихи ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнап, төбәк йәшәйеше өсөн мөһим сараларҙың шаһиты булырға тура килде. Район ауылдарында йөрөгәндә күп алдынғы ҡарашлы, һоҡланғыс шәхестәр менән осрашыу бәхете тейҙе, улар менән аралашыуҙар күңелдәргә йылылыҡ һәм дәрт өҫтәне, беҙҙе рухи яҡтан байытты.

Гәзит уҡыусылар бик әүҙем булды, көн һайын ун-ун бишләп хат ҡабул ителде. Артабан был мәғлүмәт беҙҙең тарафтан эшкәртелеп, баҫмаға әҙерләнде. Редакция ишеген асып ингән, беҙгә теләктәшлек белдергән һәр кешене асыҡ йөҙ менән ҡаршы алырға тырыштыҡ. Бөгөн юбилейын билдәләгән “Көнгәк” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә оло байрам айҡанлы хәйерле һаулыҡ, яңынан-яңы ижади үрҙәр, әүҙем уҡыусылар теләйем!

Зөлхизә ӘБДРӘЖӘПОВА, 2005-2013 йылдарҙа хаттар бүлеге мөдире:
Автор:Лена Абдрахманова