Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар , 11:16

Көрәгегеҙ әҙерме? Тағы ҡар яуыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республикала йәнә һауа температураһының үҙгәреүе, аҙнаның икенсе яртыһында һалҡындар ҡар һәм буран менән алмашыныуы көтөлә.  

 Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, урыны менән көрт һалыуы ихтимал.

15 ғинуарға һауа температураһы төндә -7,-12, аяҙытҡанда -17, көндөҙ -5,-10 градусҡаса күтәрелә.

Ғинуарҙың беренсе декадаһында республиканың баш ҡалаһында айлыҡ норманан 82 процент яуым-төшөм яуған. Ысынында иһә быйылғы ғинуарҙың беренсе декадаһын 2017 йыл ғинуарының тәүге ун көнлөгө менән сағыштырып булмай. Ул осорҙа күберәк – айлыҡ норманан 132 процент яуым-төшөм теркәлгән, тип билдәләне метеорологтар.

Автор:Лена Абдрахманова