Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май , 16:32

Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Иштуғанда үткән сара шулай тип аталды. Ауылда ойошторолған бөтә ҙур байрамдар, туй, никах тантанаһы кеүек ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскә һалыуҙан башлана. Был күркәм традицияға иштуғандар бөгөн дә тоғро ҡалды. Яугирҙәрҙе бер минут тын ҡалып, иҫкә алғас, мәсеттә улар рухына доға ҡылдылар. Артабан байрамға килеүселәр ижтимағи-мәҙәни үҙәк бинаһында урынлашҡан музейға йүнәлде. Унда ҡунаҡтар ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы, күренекле кешеләре, боронғо көнкүреш әйберҙәре, тарихи фотолар менән танышты. Һыуһаҡлағыс төҙөлөшөнә ҡаршы көрәш хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә эйә булдылар. Эйе, иштуғандар еңде... Ауылдарын һаҡлап алып ҡалды. Берҙәмлектәре, ергә, атай-олатайҙар аманатына тоғролоҡтары менән еңеп сыҡтылар. Таҙа һыу, таҙа һауа, тыуған төйәк өсөн көрәштеләр. Әйҙәгеҙ, уларға айыҡлыҡ һәм сәләмәт тормош өсөн көрәштә лә еңеүҙәрен теләйек!

Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!
Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!

Иштуғанда үткән байрам хаҡында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!
Боролоп-боролоп аға Ағиҙел, Матурҙан да матур беҙҙең ил!
Автор:Лена Абдрахманова