Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май , 14:25

Бөгөн - Бөйөк Еңеү көнө

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын мәләүездәр киң билдәләне. Был көндө ҡулына ҡорал тотоп яу яланында фашист илбаҫараҙарына ҡаршы көрәшеүселәр һәм тылда фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәр, үҙенең намыҫлы эше, Ватанына тоғролоғо менән Еңеүҙе яҡынайтыусылар хөрмәтенә байтаҡ сара үткәрелде. Шуларҙың береһе - ялан кухняһы. Мәләүез индустриаль колледж коллективы әҙерләгән һалдат бутҡаһынан иң беренсе тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары, өлкән быуын ауыҙ итте. Уларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ҡотланы.

Бөгөн - Бөйөк Еңеү көнө
Бөгөн - Бөйөк Еңеү көнө

Өлкән йәштәгеләр өсөн ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары концерт та әҙерләгәйне. 

Бөгөн - Бөйөк Еңеү көнө
Бөгөн - Бөйөк Еңеү көнө
Автор:Лена Абдрахманова